Роснефть» составындағы «Башнефть» компанияһы Башҡортостандағы төп спорт ваҡиғаларының береһе – XI Өфө Халыҡ-ара марафонының рәсми партнеры булып сығыш яһаны. Ярышта 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, был рекорд күрһәткес.
Башҡортостан нефтселәре иң ҙур – 750 кешенән торған команда төҙөп, марафондың корпоратив зачетында еңеү яуланы. «Башнефть» ирекмәндәре байрам ҡунаҡтары өсөн призлы викториналар, спорт һәм бейеү конкурстары үткәрҙе. Йәш ҡунаҡтар өсөн анимация программаһы ойошторолдо.
Күмәк һәм профессиональ спортҡа, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ итеү – «Роснефть» предприятиеларының төп йүнәлештәренең береһе. Компания үҙе булған төбәктәрҙә күп функциялы спорт комплекстары һәм майҙансыҡтар, боҙ ареналары төҙөй, балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө дисциплиналар буйынса күмәк спорт саралары үткәрә. Башҡортостанда «Роснефть» ярҙамы менән 2017 йылдан 30-ҙан ашыу спорт объекты һәм 11 күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған.