Һаулыҡ һаҡлау программаһы буйынса урындағы халыҡ ауылдан йыраҡ китмәй табиптарға күренә ала. Бында анализдар бирергә, маммография үтергә, кардиологҡа, онкологҡа, гинекологҡа күренергә, грипттан прививка яһатырға мөмкин. Пациенттарға алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм полисың булыуы ғына шарт. Сәләмәтлек поездары күптәрҙә организмдағы төрлө сирҙәрҙе иртә стадияларҙа асыҡларға ярҙам итә. Мобиль бригадалар республиканың барлыҡ төбәктәрен дә урап сығасаҡ. Шаран районы ауылдарында Сәләмәтлек поезы график буйынса 15 сентябргә тиклем эшләй, ҡабул итеү ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.