Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт командаһы ағзалары менән осрашты. Көн тәртибендә төбәктә компьютер спорты үҫеше һорауҙары ҡаралды. Өфө университеты командаһы быйыл компьютер спорты Рәсәй чемпионатында икенсе урын яулаған. Студенттар халыҡ-ара ярыштарҙа ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Киберспорт командаһы Евразия фәнни-мәғариф үҙәге Кампусында урынлашҡан. Команда ағзалары айти тармаҡта һөнәри үҫеш, инновациялар, һанлы технологиялар һәм киберспорт йүнәлештәрендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра.