Бөгөн көндөҙ Тәтешле районында үлемесле авария теркәлгән. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәтенә ярашлы, Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлдында «Лада Гранта» автомобиле 7-се модель «ВАЗ» менән бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһы водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була, тағы ла ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Әле ваҡиға урынында республиканың дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, тәфтиш-оператив төркөм, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 43 йәшлек «Лада Гранта» водителе төп юлдан барыусы «ВАЗ»ды үткәрмәгән.