Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә бер тәүлектән ашыу 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсә полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Мәктәпкә юлға сыҡҡан уҡыусы Шепетов урамында юғалған. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр минисрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.