Эльвира Айытҡолова һәм Әлфит Ниғәмәтйәнов Иглин халҡы менән аралашты

Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты.

Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде. Улар райондағы социаль проблемаларҙы хәл итеүгә лә, махсус хәрби операция яугирҙарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлауға ла ҡағыла. Эльвира Ринат ҡыҙы шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары менән портфель тапшырҙы.

Депутаттар Иглин районныда махсус хәрби операция ветераны менән осрашты. Һөйләшеү барышында алғы һыҙыҡта йөрөгән, хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрҙе борсоған һорауҙар тикшерелде, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды. Күп мөрәжәғәттәр социаль гарантиялар буйынса. Мәҫәлән, бер яугир инвалидлыҡ статусын үҙгәртеү һорауы менән килгән. Ул махсус хәрби операцияла алған йәрәхәте нигеҙендә инвалидлыҡ алырға һәм пенсия күләмен арттырырға хоҡуҡлы.