Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты. Илһөйәрлек рухында яҙылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр махсус хәрби операция темаһына бағышланған. Ижади эштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта, хәрби шарттарҙа яҙылған. Патриотик китапта яугирҙарҙың ҡатмарлы көндәлеге, уй-кисерештәре, туған илгә һөйөү хистәре, иҫтәлектәре урын алған. «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабының исем туйы август аҙағында «Армия мәҙәниәте көндәре»ндә үтте.
Йыйынтыҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ижадына бағышланған бүлектәрҙән тора. Унда Сибай филармонияһы бейеүсеһе Илнар Хәтмуллиндың шәхси һәм хәрби хеҙмәт юлы ла сағылыш тапҡан.