1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдарын рәсмиләштерә аласаҡ. Ошо туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Әммә йүнселдең бер нисә кредиты булған осраҡта, каникулды биш йылға бер тапҡыр алты айға алырға мөмкин. Яңы ярҙам сараһы менән иҡтисадтың төрлө өлкәһе предприятиелары файҙалана ала. Әммә каникулдарҙы хуплау өсөн кредит күләме билдәләнгән лимиттан артмаҫҡа тейеш.
Мәҫәлән үҙмәшғүлдәр өсөн ул 10 миллион һумдан күберәк булмауы шарт. Шуны аңлау мөһим: льготалы осорҙа килешеү буйынса процент иҫәпләү туҡтатылмай. Банктар баштағы ставка буйынса иҫәпләнеүен дауам итә һәм ай һайын бурыс суммаһына өҫтәп барасаҡ.