Тәфтиш Комитеты 14 йәшлек Камилла Рафиҡованың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә туғандары, полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, урындарҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ техника ҡулланыла. Әсәһе әйтеүенсә, 9 сентябрҙә уҡыусы бала Нижегородка биҫтәһендәге өйөнән мәктәпкә китә. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.