Төбәк етәксеһе йәштәр менән аралашып, эшсе һөнәрҙәрҙең киләсәгенә бәйле һорауҙар буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты, студенттар тәҡдим иткән ҡыҙыҡлы проекттар менән танышты. Республика етәкселеге хеҙмәт баҙарын көслө кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. Бының өсөн республикалағы колледждар тәртипкә килтерелә, уларҙың матди-техник базаһы яңыртыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Былтыр Башҡортостанда 15 колледжда 331 миллион һумға капиталь ремонт эшләнгән һәм был эш артабан дауам итә.
Бөгөнгө көндә төбәктә 92 колледжда 120 мең студент белем ала. Республикала буласаҡ белгестәргә бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, медицина, төҙөлөш, һанлы технологиялар һәм башҡа йүнәлештәрҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар.