Башҡорт яугирҙары быуындар батырлығын дауам итә

Ҡарт олатаһы аттарҙа үткән яу юлын бүләһе «Ҡоштар» менән ҡабатлай. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ нацизм ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшә. Ошо уҡ Донбасс ерҙәрен азат итеүҙә уның кавалерист ҡарт олатаһы ла ҡатнашҡан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлыҡтарын хәҙер беҙ ҡабатлайбыҙ. Дошман шул уҡ, ләкин заманса алымдар, ҡорал, технологиялар менән, ти «Гриша» ҡушаматлы яугир. Ҡурҡыу белмәҫ Доставаловсылар менән Айнур Кәбиров осрашты.

Ике йыл буйы барған ҡаты бәрелештәрҙән һуң ҡала азат ителә. Шуға ҡарамаҫтан, бында әле лә пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе көслө.

Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы яугирҙары тап ошо ерҙәрҙә күкте күҙәтеүҙә тота. Покровск йүнәлешендә дошманды аяуһыҙ артҡа сигендерә. Һигеҙ тиҫтә йыл элек беҙҙең ата-бабалар кеүек, ти «Гриша» ҡушаматлы яҡташыбыҙ. Ҡарт олатаһы дошманды аттарҙа ҡыуһа, бүләһе «ҡоштар» осороп нацизм ҡалдыҡтарын тар-мар итә. Көрәш алып барыу шарттары көндән-көн үҙгәрә, ти ул.

Күктәге ярҙам штурмлаусылар өсөн дә төп терәк. Бигерәк тә Өфө дрондарының барлыҡҡа килеүе фронттағы хәлде күпкә яҡшыртты, ти яугирҙар. Ҡеүәтле двигателдәр менән йыһазландырылған коптерҙар алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек ташыу өсөн дә уңайлы. Доставаловсылар уларҙы ай һайын биш тиҫтәләп алып тора.

Рәсәй Геройы исемен йөрөткән батальон «Үҙәк» ғәскәрҙәр төркөмөнөң юғары һөҙөмтәләргә ирешкән подразделениеһы. Махсус хәрби операция башланғандан алып төрлө йүнәлештәрҙә һөжүмгә барған яугирҙар хәҙер инде яңы килгән һалдаттарҙы хәрби эшкә өйрәтә.

Йүнәлештәр төрлө, әммә маҡсат бер. Нацизмды тамырынан юҡ итеү. Был бурысты үтәүҙә Доставаловсылар һынатмай. Үҙ биләмәһенә ситтәр инмәһен өсөн яу булып күтәрелгән бүреләрҙе символ итеп алыуҙары ла бит юҡҡа түгел.

Айнур Кәбиров