Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракета комплексын буксирлау буйынса донъя рекордын ҡуйырға йыйына. 4 кешенән торған команда октябрь башында үтәсәк сараға әҙерлек эшен башлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған күнекмәлә Айҙар Байсурин, Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев менән Руслан Садиҡов ҡатнашты.
Тап улар 44 тонна ауырлыҡтағы хәрби машинаны алға һөйрәп, донъя рекордын ҡуйырға ниәтләгән. Әле МАЗ 7917 шассиһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ файҙаланыла. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына күп тапҡыр эйә булған спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин башҡорт атлеттарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Ул «Донъя рекордын ҡуйыр өсөн иң мөһиме команда менән эш итә белеү мөһим» тигән ҡарашта.