Өфөлә МХО ветерандары һәм инвалидтарын реабилитациялау үҙәге төҙөлә

Бының өсөн  1 миллиард  200 миллион  һум тотонола. Күп  функциялы комплекста  медицина үҙәге,  ҡунаҡхана  һәм  спорт менән шөғөлләнеү  залы  булдырыла.  Ғаилә, хеҙмәт һәм  халыҡты  социаль яҡлау  министры  Ленара  Иванова  белдереүенсә, бындай  үҙәк  ветерандар өсөн  кәрәк. Комплекста йыл һайын  5 меңдән ашыу  кешене хеҙмәтләндереү ҡарала.