Был турала райондың “Даирә” газетаһы хәбәр итә. Яугир 1967 йылғы махсус хәрби операцияға тиклем ташсы, тимер-бетон конструкциялары буйынса монтажник, электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. 2022 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мотоуҡсылар батальонында штурмлаусы отрядтың 5-се ротаһында уҡсы булып хеҙмәт итә. “Джага” күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ ордены, Шайморатов, Суворов, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.