Студенттарға бағышлау Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курс студенттары тормошонда мөһим ваҡиға. Был көндән буласаҡ аграрийҙар йәшәйешендә яңы этап башлана, егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыл хужалығы эшсәндәре сафына ҡабул ителә. Традицион йола студенттарҙы университет тормошона иртә яраҡлаштырыу программаһы ярҙамында яңы һулыш ала.Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Байрам алды кәйефе университетта студенттарға бағышлау сараһынан бер нисә аҙна алда башлана. Өлкән курс студенттары ҡыҙыҡлы программа әҙерләй, концерт номерҙарын ҡабатлай, яңы килгән йәштәр өсөн төрлө һынауҙар уйлап таба. Беренсе курстар был көндө тулҡынланып көтә, сөнки был көн уларҙың студент тормошонда мөһим этапҡа этәргес бирә.
Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетында беренсе курс студенттарын бағышлау яңы форматта уҙғарылды. Йәштәргә яңы уҡыу йылы башынан инновацион элементтар ярҙамында заманса лабораторияларҙа эшләү мөмкинлеге бирелде. Беренсе курс студенттарын традицион түңәрәк дәрестәренән тыш, университеттың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә иртә йәлеп итеү мөмкинлеге булдырылған.
Башҡорт дәүләт аграр университеты йәштәре беренсе курстан уҡ заманса лабораторияларҙа яңы ҡорамалдар менән таныша, ғилми-тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша, яңы сорттар уйлап таба, Алдынғы ҡарашлы ғалимдар менән осрашыуҙар студенттарға иртә професииональ йүнәлеш бирә, һөнәр менән ғәмәлдә таныштыра, фәнни проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн киң офоҡтар аса. Беренсе курс студенттары яңылыҡтарҙы ҙур теләк менән ҡабул иткән.Күптәр фәнни эшкә иртә инеү мөмкинлеге уҡыуға һәм профессиональ үҫешкә етдиерәк ҡараш булдыра, тип билдәләй.
Студентлыҡҡа бағышлау-ул мөһим көн,беренсе курс студенттарына яңы мөхиткә тиҙ яраҡлашырға, дуҫтар табырға һәм үҙҙәрен ҙур университет берләшмәһенең бер өлөшө итеп тойорға ярҙам итә.«Был көн йәш аграрийҙарҙың хәтерендә һөнәри юлдың башы булып ҡалырға тейеш»тигән фекерҙә«йәштәр менән эшләүселәр.
Башҡорт дәүләт аграр университеты юғары белем биреүҙең данлы традицияларын дауам итә, ауыл хужалығы белгестәрен формалаштырырға ярҙам иткән бағышлау йолаларын һаҡлай һәм үҫтерә. Яңы уҡыу йылын киң мөмкинлектәр менән башлап ебәргән беренсе курстарға иһә тырышып уҡып,ирекмәнлек һәм йәмәғәт эшендә, спортта, ижадта әүҙемлек күрһәтеп, һынау-имтихандарҙы уңышлы тапшырырға ғына ҡала.
Гүзәл Борханова