Маҡар ауылында ҡатын-ҡыҙҙар фронт өсөн изге эштәрҙе бергә башҡара

Ишембай районы Маҡар ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек эшен алып бара. Алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам даими оҙатыла. Маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәре эшләү булһынмы, ойоҡбаштар бәйләүме-гүзәл заттар изге теләктәрен әйтеп бар эштәрҙе лә берҙәм башҡара. Яңыраҡ ҡына Ҡатын-ҡыҙҙар Советы иғлан иткән «Һалдатҡа бал» акцияһын да эргәләге ауылдарҙа йәшәгән умартасылар дәррәү күтәреп алған.

Маҡар ауылынан Зөбәйлә Ишҡолова ла ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған. Улы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта. Быға тиклем ҡул оҫтаһы булараҡ үҙе лә урындағы халыҡҡа күпләп ярҙам иткән, хәҙер үҙе шәхси посылкалар ҡабул итә.