Башҡортостанда иң яҡшы инженер-инспектор исеменә Өфө хеҙмәткәре лайыҡ булды

Башҡортостанда Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының иң яҡшы инженер-инспекторы билдәләнде. Һайлап алыу этаптарын 83 кешенең 14-е генә үткәйне. Улар финалға саҡырылды. Иглин районында уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсында белгестәрҙең теоретик һәм практик белеме ҡаралды. Беренсе ярҙам күрһәтеү, тракторҙы хәүефһеҙ йөрөтөү буйынса һынау ойошторолдо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһы округы хеҙмәткәре еңеүсе тип танылды. Дәүләкән, Архангел, Благовещен райондарының дәүләт инспекторҙары ла иң яҡшылар иҫәбендә.