Уҡытыусыға картуф ҡаҙышырға. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының Тимур командаһы мәғариф ветерандарын шефлыҡҡа алған. Уҡыусылар быйыл да Шәфҡәтлелек айлығы барышында күп изге эштәр башҡарып өлгөргән. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында 20 йылдан ашыу»Тимур командаһы«эшләп килә. Өлкәндәргә ярҙам йөҙөнән уҡыу йортоноң 8-се Шайморатовсылар класы, етәкселәре Фәниә Раева менән оҙаҡ йылдар ошо белем усағында химия фәненән уҡытҡан, мәғариф ветераны- Гөлсара Йәнтүринаға барып картуф алырға ярҙам иттеләр.
Күмәк өмәләр-үҙе тәрбиә. Ололарға йәш быуындан иғтибар һәм ихтирам булыуы ҙур хөрмәткә лайыҡ. Быны лицей уҡыусылары бик яҡшы аңлай.
Ойошманың планына ярашлы, тимурсылар билдәле көндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә ярҙам күрһәтә. Был юлы ла көҙгө уңышты йыйыу ырамлы барҙы. Изге эштән малай-ҡыҙҙарҙың да, йорт хужаһының да күңеле булды.