1 сентябрҙән көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса үҙгәрештәр индерелә. Төбәк операторҙары сүп-сар контейтейнерҙарын тәртиптә тотоу яуаплығынан бушатыла. Сүп майҙансыҡтары таҙалығы муниципалитет, идарасы компанияға һәм граждандарға йөкмәтелә. Бынан тыш, яңы законға ярашлы төҙөлөш ҡалдыҡтарын, ағас ботаҡтарын, баҡса сүптәрен контейнерға ырғытыу тыйыла. Бының өсөн урындағы хакимиәттә йәки идарасы компанияла заявка биреп махсус машина саҡыртырға кәрәк буласаҡ. Рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтарҙы контейнерға ташлаған осраҡта администрав штраф ҡаралған.