Башҡортостанда нәзәкәтлек һәм мәҙәни мираҫ байрамы үтте

Нәзәкәтлек һәм йолалар байрамы. Милли кейем көнө -Башҡортостандың мәҙәни тормошонда йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән үҙенсәлекле байрам. Был көн рәсми рәүештә 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса булдырылды һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа, үҫтереүҙә мөһим аҙым булды. Республикала милли кейем көнө уңайынан үткәрелгән саралар хаҡында киләһе яҙмла.

Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума.Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыу буяуҙары менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла.Байрам быуындар араһында тере күпергә әйләнә, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра. Тамырҙары Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан булған Сәүиә Мәһәҙиева өсөн дә милли кейем көнө әһмиәтле. Туҡһанды артылған ағинәй өлөсәйҙәре кейеп йөрөгән милли кейем өлгөләренә берсә һоҡланып, берсә ҡыҙыҡһынып ҡарауын бала сағының иң йылы хәтирәһе итеп иҫкә ала.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана алдындағы майҙанда млли кейем өлгөләре күргәҙмәһе, боронғо кейем элементтарын тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре,традицион биҙәүестәр менән сауҙа итеү, башҡорт кейеменең заманса интерпретацияларын күрһәтеү ойошторолдо.

Сибай ҡалаһынан Айгөл Билалова милли нағыштарҙы заманса модала интеграциялауға айырым иғтибар бүлә. Ул эшлекле мөхиттә лә милли кейем элементтарын ҡулланырға тәҡдим итә. Бындай ысул традицияларға хөрмәт һәм мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыуға ынтылышьы арттыра, ти ҡул эштәре оҫтаһы.

Йылына ике тапҡыр билдәләнгән был сағыу байрам, халыҡтың мәҙәни үҙаңын артырыусы көс тә. Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған байрамдың төп маҡсаты-ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлау. Айырыуса йәштәрҙең милли кейемде ғорурлыҡ менән кейеп йөрөүҙәре һөйөнөслө. Уларҙың күҙҙәрендә ата-бабаларының тарихына, йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихлас ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт сағыла.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы ул ябай ғына кейем өлгөһө түгел. Ә һәр нағышта, деталдә сағылдырылған тере тарих. Кейемдәге биҙәктәр уның хужаһын күҙ тейеүҙән һаҡлай, ҡашмау һәм түшелдәректәге нағыштар ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренә оҫталығын күрһәтә.

Гүзәл Борханова