Көлә-көлә «Һәнәк» һәм уның авторҙары килә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашыу үтте. Сара әҙәбиәт аҡһаҡалының 95 йәшлек юбилейына һәм «Һәнәк» журналы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды. Сатирик баҫманан биш йәшкә генә өлкәнерәк әҙип 10 йыл дауамында «Һәнәк» журналын етәкләгән, уның идея-тематик йөкмәткеһен байытыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Күренекле әҙип әле лә ижад өҫтөндә. Марат Нәби улының шаян шиғырҙарын төрлө быуын уҡыусылары көтөп ала.
Әҙәби кисә «Һәнәк» журналында төрлө йылдарҙа эшләгән ветерандар һәм хәҙерге авторҙарҙы осраштырҙы. Бер быуатлыҡ тарихы булған журналдың быуындар бәйләнеше ныҡ. Шуға ла баҫманың июль һаны махсус рәүештә Марат Кәримовтың 95 йәшенә арналған булған. Ә инде 18 октябрҙә, һәнәктәр журналдың 100 йыллығын Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҡыусылары менән бергә билдәләргә йыйына.