Т-80 танктары һәм башҡорт яугирҙары фронтта һөжүмде дауам итә

Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. 35-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының танк батальоны яугирҙары Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Һөнәри байрам көнөндә лә улар ҡаршы яҡ нығытмаларына һөжүм итте. Танкистар көнө менән яҡташтарыбыҙҙы БЮТ хәбәрселәре лә тәбрикләне. Айнур Кәбиров репортажы.

Һөнәри байрам уңайынан танкистар дошман табынына «ҡыярҙар» әҙерләй. Яугирҙар танктарға снарядтар тейәүҙе үҙ-ара шулай тип йөрөтә. Т-80 машинаһы «һый» менән тулғас экипаж сираттағы заданиены ҡабул итә. Командирҙан һуңғы өгөт-нәсихәт һәм танк билдәләнгән позицияға юллана.

Йәшерен позицияларҙа ағас араһынан ҙур техникала йөрөү еңелдән түгел. Механиктан ювелирҙарса оҫталыҡ талап ителә. Модернизацияланған Т -80 танкы тап маневрҙар яһау өсөн ҡулай. Ҡеүәтле, шул уҡ ваҡытта тауышһыҙ ҙа, ти «Федя» ҡушаматлы яҡташыбыҙ.

Башлыса ябыҡ позицияларҙан ут асҡан танктар өсөн тап ошо сифаттар кәрәк тә инде. Бындай шарттарҙа экипаж бер үҙе эш итә алмай. Танктың бар хәрәкәтен, атыу һәм снарядтарҙың сәпкә тейеүен күктән пилотһыҙ осоу апараттары менән идара итеүсе операторҙар күҙәтә. Бронемашина ҡуҙғалыу менән һауаға объектив күҙәтеү алып барыусы дрондар күтәрелә. Улар экипаж менән бер механизм кеүек эш итә.

Күрмәй атһалар ҙа ҡыйратылмай ҡалған сәптәр булғаны юҡ, ти танкистар. Был юлы ла улар дошман табынына әҙерләгән «Ҡыярҙарын» теүәл алдарына һалды.

Һуғыш шарттары ябыҡ позицияларҙан атыуҙы талап итһә лә тура наводкаға ла сығабыҙ, ти «Башҡорт» ҡушаматлы яугир. Ҡазан танк училищенда алған белем һәм махсус хәрби операцияла тупланған тәжрибә менән взвод командиры дуэлдән ул һәр саҡ еңеүсе булып сыға.

Хәрби бәрелештәр шарттары нисек кенә йылдам үҙгәреп тормаһын, танкистар армияның төп һөжүмсе йоҙроғо булып тора. Ҡеүәтле бронемашиналарҙың ҡурҡытыу факторы ла һуғышта хәл иткес роль уйнай.

Айнур Кәбиров