Иглин районы йәш армеецтары «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» штабында ирекмәндәргә ҡушылып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Улар маскировка селтәрҙәре, шүрәле костюмы өсөн баш кейеме,шлем аҫтынан кейә торған еңел башлыҡтар әҙерләй. Йома һайын өс төркөмгә бүленеп өлкәндәр менән бер рәттән алғы һыҙыҡтағыларға Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
Юнармияның урындағы бүлексәһе етәкселәре киләсәктә «Феникс» тип исемләнгән айырым корпус булдырырға ниәтләй. Унда ҡатнашыусылар хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк. «Феникс» ағзалары махсус кейемдә-ҡара береттарҙа һәм футболкаларҙа буласаҡ.