Көндөҙ 14-19 градус йылы күрһәтә, яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәле-кисле автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөп, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрғаса сикләнә. Елдең тиҙлеге секундына 12 метрға тиклем етер тип күҙаллана. Быға бәйле белгестәр электр линиялары, ағас, реклама банерҙары һәм конструкциялар янына яҡын барыҙан тыйылырға саҡыра. Улар эргәһенә автомобиль ҡалдырыу ҙа кәңәш ителмәй. Юлда водителдәрҙән тиҙлек режимын үтәү, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыу һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе онтомауҙары һорала. Ашығыс хәл килеп тыуға осраҡта 112 һандарына шылтыратығыҙ тиелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүендә.