Быйыл Башҡортостанда бәшмәк уңған. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды. Берәүҙәр бәшмәкте һатыу өсөн йыйһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Әммә урман аҙығын насар белгәндәр өсөн һаҡ булырға кәңәш ителә-ағыулылары ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Яңы Йәнсәйет ауылы эргәһендәге ҡайын сауҡалығы урындағы халыҡ араһында билдәле урын. Сентябрь-октябрь айҙарында бында бәшмәк йыйырға яратыусылар күбәйә. Роза Зәйнуллина бәшмәктәр донъяһын яҡшы белә. Ул урман аҙығын йыйып ҡышҡылыҡҡа әҙерләй.
Баллы һәм аҡ бәшмәк, гөрөздә, вешенка, лисичка, шампиньон, опята кеүек бәшмәктәрҙе Роза Зәйнуллина еҫе, ҡиәфәте, төҫө буйынса айыра. Урманда бәшмәк еҫе көслө булғанда мул уңыш тураһында һөйләй ти ул. Тәжрибәле бәшмәксе йылдағыса уларҙы эшкәртеп банкаларға тултыра.
Эре сәнәғәт предприятеларына, автомобиль трассаларына яҡын майҙандарҙа бәшмәк йыйыу тыйыла. Сөнки улар үҙенә һауалағы зарарлы матдәләрҙе һеңдерә. Архангел районының урман биләмәһендә йәшәүселәр экологик яҡтан таҙаларын ғына айырып йыя. Тәжрибәле бәшмәкселәр көҙ ярайһы ғына килем эшләп өлгөрә.
Бәшмәк рационда элек-электән киң ҡулланыла. Бөтә талаптарҙы үтәгәндә унан аҡһымға һәм витаминдарға бай ризыҡ бешерергә була. Тик дөрөҫ йыя һәм эшкәртә белеү төп талап.
Белгестәр Башҡортостанда үҫкән бәшмәктәрҙең 30 проценты ғына ашарға яраҡлы тип билдәләй. Тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты йыйыу алдынан хәүефһеҙлек талаптарын иҫтә тотоу мөһим.
Флорида Ким