Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылды

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылып, урындағы һыу ятҡылыҡтары, йылғаларҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, биләмәләге ҡороған ағастарҙы ҡырҡты. Экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән сара тураһында киләһе яҙмала.

Санитар өмә. Ейәнсура районында йәшәүселәр иртәнге сәғәттәрҙән Ямашлы һыуһаҡлағысы биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Ир-егеттәр ҡороған ағастарҙы ташыһа, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы йыйҙы. Өмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, һәр экологик сара-тәбиғәткә һөйөү һәм ихтирам сағылышы.

«Таҙа яр» акцияһы Ейәнсура районында тәүге йыл ғына ойошторолмай. Экологик өмәгә урындағы хакимиәт, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, төрлө предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушыла.

Ямашлы һыуһағысынан тыш, йылғаларҙың яр буйҙары, «Дуҫлыҡ» паркы ла сүп-сарҙан таҙартылды. Йөк машиналарына тиҫтәләп тоҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тейәлде.

«Таҙа яр» акцияһы һыу ятҡылыҡтары ярҙарын санитар тәртиптә тотоуға, йәмәғәт әүҙемлеген күтәреүгә һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Өмәлә ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне, майҙанда яңғыраған йырҙар халыҡты берләштереп, яңы башланғыстарға көс-дәрт өҫтәне.

Гөлназ Хәйбуллина