Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте

Әйтер һүҙем етһен кешеләргә. Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте. Унда ғәлимәнең ҡәләмдәштәре, туғандары, ижадташ дуҫтары, район китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

«Әйтер һүҙем етһен кешеләргә» китабына Рәшиҙә Мәһәҙиеваның шиғырҙары, ҡыҙыҡлы очерктары, юлъяҙмалары, фәнни мәҡәләләре ингән. Ҡыҫҡаһы, билдәле журналистың оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләү осоронда яҙылған ижад өлгөләре бер урынға туплаған. Китап уҡыусылар күңелендә лә урын табып өлгөргән.

Сара яҡташыбыҙҙың 60 йәшлек юбилейына арналып, сәйәхәт форматында алып барылды. Үҙен шиғриәттә, прозала, ғилми хеҙмәттә танытҡан, республика матбуғатына тоғро хеҙмәт иткән журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева ғүмер артылышын яңы һулыш, ынтылыш менән ҡаршылай. Тыуған яҡтарына ла ул һәр ваҡыт ҙур тулҡынланыу менән ҡайта.

Әйтергә кәрәк, билдәле журналист Республикала башҡорт теленән диктант яҙыу тәҡдиме менән сығыусы идея авторы ла. Проект йәмәғәтселек тарафынан күтәреп алына. Телен, тыуған төйәген яратҡан яҙыусы хеҙмәте менән дә, ижад аша ла халҡыбыҙҙың рухиәтен күтәреүгә тос өлөш индерә.