Милли кейем көнө быуындарҙы берләштерә

Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума.Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыулығы менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла.

Милли кейем байрамы быуындар бәйләнешен, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра. Тамырҙары Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан булған Сәүиә Мәһәҙиева өсөн дә милли кейем көнө әһәмиәтле. Туҡһанды артылған ағинәй заманында өлөсәһе кейгән милли кейем өлгөләренә һоҡланып һәм ҡыҙыҡһынып ҡарауын бала сағының иң йылы хәтирәһе итеп иҫкә ала.

Йылына ике тапҡыр билдәләнгән был сағыу байрам, халыҡтың мәҙәни үҙаңын артырыусы көс тә. Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған байрамдың төп маҡсаты-ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлау. Айырыуса йәштәрҙең милли кейемде ғорурлыҡ менән кейеп йөрөүҙәре һөйөнөслө. Уларҙың күҙҙәрендә ата-бабаларының тарихына, йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихлас ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт сағыла.