Бөрйән районында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте

Экологик акцияла Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрйән районы хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар ҡатнашты. Бөтәһе 200-гә яҡын кеше. Улар төркөмдәргә бүленеп 80 километрға яҡын яр буйын сүп-сарҙан таҙалап сыҡты. Ағиҙел буйында үткән «Таҙа Бөрйән» акцияһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Айнур Дәүләтбаев данлыҡлы сәхнә оҫтаһы йәки билдәле алып барыусы була алыр ине. Ул һөнәре буйынса актер, сәнғәт институтын тамамлаған. Үҙен кино сәнғәтендә, театрҙа, телевидениела һынап ҡараған. Ә 3 йыл элек барыһын да ғәжәпләндереп тыуған яғы Бөрйәнгә ҡайтып төпләнгән, туризм менән шөғөлләнә башлаған. Хәҙер Айнурҙың гектарлап ере, туристар өсөн йорттары бар. Экологик өмәгә ул ҡыуанып ҡушылған.

Экологик өмәлә ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп Ағиҙел буйында, туристар туҡталған урындарҙа сүп-сарҙы, ҡалдыҡтарҙы йыйҙы. Бөтәһе 80 километрға яҡын арауыҡ таҙартылды, яңы һулыш алды.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйән районында Ағиҙел буйлап йөҙөүҙө 30-яҡын эшҡыуар ойоштора. Экологик өмәгә улар барыһы ла сыҡҡан. Һалағыш менән шөғөлләнгән Учалы, Белорет районы вәкилдәре лә килгән. Әммә был эшмәкәрлек менән теркәлмәйенсә генә булышыусылар ҙа байтаҡ. Татарстан, Удмурт республикаһынае, Силәбе, Свердловск өлкәләре эшҡыуарҙары. Тик улар был кәсепте аҡса эшләү сығанағы тип кенә ҡарай, ә тәбиғәт, таҙалыҡ тураһында уйлап та бирмәй.

Бөрйәндә туристар ағымы һауа торошона бәйле, былтыр оҙайлы ямғырҙар һөҙөмтәһендә һыу ташып һалағыштар туҡталып торған. Быйыл иһә миҙгел уңай килгән. Әммә ял итеүселәрҙең артыуының ыңғай яғы ла, киреһе лә бар.

Туроператорҙар әйтеүенсә, һалағыш менән шөғөлләнеү өлкәһендә тәртип урынлаштырыу, был йүнәлеште контролдә тотҡан үҙәк ойоштороу, ҡануниәт системаһын камиллаштырыу мотлаҡ. Азамат Халиҡов сүп-сар проблемаһын да субсидиялар ярҙамында, үҙәкләштереп хәл итергә тәҡдим итә.

Экологик акцияның көҙ, һалағыш миҙгеле тамамланғас ойошторолоуы ла ҡулай. Сөнки яр буйын әле таҙаламаған осраҡта бар сүп-сар яҙғы ташҡын мәлендә Ағиҙелгә төшәсәк.

Ағиҙел ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса республика кимәлендәге өмә тәүге тапҡыр ойошторола. Киләсәктә уны йыл һайын уҙғарыу маҡсаты тора. Әммә туроператорҙар ял итеүселәрҙең дә тәбиғәткә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәрер, халыҡ үҙҙәре артынан йыйыштыра башлар тип өмөтләнә. Сөнки мәғлүм булыуынса тәртип, бөхтәлек таҙартҡан ерҙә түгел, бысоратмаған урында була.

Рәмзиә Кәримова