Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың береһе асыҡланып, ул күҙәтеүгә алына. Предприятиеның һаҡ көстәре менән эре калибрлы атыу ҡоралынан ут асыла. Пилотһыҙ аппарат зыян күреп, завод биләмәһенә ҡолап төшә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Производство майҙансығы бер аҙ зыян күрә, янғын сыға, әле ул һүндерелә. Бынан һуң тағы ла бер пилотһыҙ осоусы аппарат бәреп төшөрөлә, әле уның эҙемтәләр күләме асыҡлана. Барлыҡ көстәр ҙә хәрби әҙерлектә. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге һәм төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә тотола.
Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменән һуң Өфөләге предприятие штат режимында эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, завод әллә ни ҙур зыян күрмәгән, шуға ла яғыулыҡ сығарыу дауам итә. Бер ниндәй өҙөклөктәр ҙә булмаясаҡ.