Республика етәкселеге «Башкиравтодор» предприятиеһын тарҡатыуҙан һаҡлап ҡалды

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк власы юл ремонттары өсөн яуаплы төп операторҙың эшен тотороҡландырырға тырыша, тик шул уҡ ваҡытта предприятиены көрсөккә терәтергә теләүселәр ҙә табыла. Башҡортостан етәкселегенең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектәге эшмәкәрлеге предприятиены һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Башкиравтодор-республика юл тармағының төп предприятиеһы, уның иңендә транспорт артериялары төҙөү һәм ремонтлау бурысы ята. Әммә һуңғы йылдарҙа йәмғиәттең финанс хәле яҡшынан булмай. Республика етәкселеге проблеманы хәл итергә тырышҡанда, эшкә аяҡ салыусылар ҙа табыла. Быйыл июлдә кредиторҙарҙың береһенең талабы буйынса компания банкрот хәлендә тип табыла һәм конкурс идарасыһы ҡарамағына тапшырыла.

Һөҙөмтәлә ике ай дауамында тиерлек юлдарҙы ремонтлау менән шөғөлләнеп булмай. 5 мең кешенән торған ҙур коллектив хеҙмәт хаҡы алмай. Әммә республика етәкселеге предприятиены һаҡлап ҡала.

Тик әлегә был тарихҡа нөкәт ҡуйып булмай. Банкротлыҡ эшен башлаған кредитор ойошма ҙур түгел. Әммә процедураның ҙур сығымдар талап итеүен иҫәпкә алғанда уның артында көслө уйынсылар тороуы ла ихтимал. Уларҙы Башкиравтодорҙың мөлкәте түгел, күләмле килешеүҙәре ҡыҙыҡһындырыуы мөмкин.

Ҡеүәтле предприятиеларҙы кредитлау ғәҙәти күренеш. Эксперттар фекеренсә, Башкиравтодорҙың активтары бурыс менән иҫәпләшерлек була. Әммә тиҙләтелгән бөлгөнлөк процедураһы шик тыуҙыра. Шуға был эштә милек-хоҡуҡ мөнәсәбәттәренең боҙолоуы ғына түгел, енәйәти нигеҙ ҙә булыуы мөмкин.

Республиканың контролде юғалтыуы төбәктә тормошҡа ашырылған юл проекттарын хәүфе аҫтына ҡуйыр ине. Шулай уҡ яңы хужаларҙың бар мөлкәтте һатыуы, тәләфләүе мөмкин. Монополист булып башҡалар мәнфәғәтенә лә хеҙмәт итеүҙәре бар.

Бөтә эксперттар ҙа был тәңгәлдә республика етәкселегенең һәм шәхсән Радий Хәбировтың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген билдәләй. Уларҙың берлектәге һәм төптән уйланылған сәйсәте проблеманы ыңғай хәл итергә, предприятиены һаҡлап ҡалырыға, эшен тергеҙергә булышлыҡ итә. Алда юристар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн тикшереү эштәре тора. Әммә Республика башлығы әйтеүенсә, тағы ла бер мөһим бурыс- «Башкиравтодор» хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү һәм мөмкин булғанса юл эштәрен башҡарып өлгөрөү.

Рәмзиә Кәримова