Уҙған йәкшәмбе Башҡортостанда үткән һайлауҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 13 кеше депутат мандаты алған. Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яу яланында хәбәрһеҙ юғалған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итте. Оператив кәңәшмәләге ошо һәм башҡа темалар тураһында киләһе репортаж.
Оператив кәңәшмә бөгөн бер минут тынлыҡтан башланды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендә 2024 йылда батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы мөмкин. Әле Ростовта экспертиза үткәрелә, мәғлүмәт иҫбатланған осраҡта ҡаһарман яугирҙы Башҡортостанға алып ҡайтып ерләү ҡаралған.
Йәкшәмбе республика төбәктәрендә ҡала, район, ауыл советтарына депутаттар һайланды. Сәйәси кампания законға ярашлы, тыныс шарттарҙа үтте тип билдәләнде оператив кәңәшмәлә. Яңы состав махсус хәрби операция ветерандары менән дә тулыланған.
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгелен дә тотҡарлыҡһыҙ, ваҡытында башларға ҡушты. Быйыл ил буйынса яңы ҡағиҙәләр индерелә, ул төбәктең климат шарттарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Башҡортостанда 16 мең километр һыу һәм 4 мең километр йылылыҡ селтәрҙәре тикшерелгән, әҙерләнгән.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы республиканың спорт мәктәптәренә автобус асҡыстары тапшырҙы. Заманса яңы транспорт өс белем усағына бирелде.
Оператив кәңәшмәлә медицина тармағын үҫтереү темаһы ла ҡаралды. Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусында 4 ай эсендә генә 5 мең тирәһе операция яһалған, төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүселәр һаны ла ла кәмей. Шулай уҡ был аҙнала Сәләмәтлек поездары ла үҙ эшен тамамлай. Мобиль бригадалар быйыл республиканың 300-ҙән ашыу ауыл-ҡалаһында булып 170 меңгә яҡын пациентты ҡабул иткән.
Рәмзиә Кәримова