Йәнә алғы һыҙыҡҡа. бер төркөм хәрбиҙәр ике аҙна ял иткәндән һуң Донбассҡа, илебеҙҙе нацистарҙан һаҡларға юлланды. Тантаналы сара «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Ир-егеттәр тыуған ерҙән көс алған, ғаиләләре, яҡындары менән ял иткән. Яҡташтарыбыҙҙы туғандары, дуҫтары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре оҙатты. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙар фронтҡа тиклем уңайлы автобустарҙа юл алды. Колоннаны Дәүләт автоинспекцияһы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.