Өфөлә батарейка йыйыу акцияһы башланды

Баш ҡала халҡы махсус контейнерҙарға төрлө ҙурлыҡтағы батарейкалар, электроника аккумуляторҙары, пауэрбанктар, кеҫә телефондары һәм башҡа бәләкәй көнкүреш техникаһын алып килә ала. Орджоникидзе районының Маргарита Куприянова аллеяһындағы йыйыу нөктәһендә акция 21 сентябрьға тиклем дауам итә. Ҡабул итеү тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Батарейкалар көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем үлсәнелеп, мәғлүмәттәр махсус ведомостҡа теркәлә. «Экология» милли проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Акция етенсе йыл уҙғарыла, ошо ваҡыт эсендә 20 тоннаға яҡын батарейка йыйылған.