Иман йорто сафҡа инеүҙе һәр кем ҙур байрам итеп ҡабул итте. Мәсет төҙөлөшөнөң төп бағыусыһы оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләгән Рауил Дәүләтов. Уға ауылдаштары ла ярҙамлашҡан. Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, имамдар, төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.