Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты

Бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Унда ойошманы артабан үҫтереү, хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьләләлре тикшерелде.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә-һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү, инвалид ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, белем биреү, эшкә урынлаштырыу. Шулай уҡ йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү эшен алып барыу бурысы тора. Радий Хәбиров ассоциацияның муниципаль вәкилдәренә ҡала-район етәкселеге менән һөҙөмтәлерәк эш итеү мөһимлеген белдерҙе.

Ассоциация рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма махсус хәрби операция ветерандарын республиканың йәмәғәт тормошона, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшенә йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ассоциация алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан меңдән ашыу хәрбиҙе берләштерә. Һәр муниципалитетта әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам алыу өсөн берҙәм үҙәк булдырыу планлаштырыла. Радий Хәбиров 1 октябргә тиклем махсус хәрби операция яугирҙарын Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләү буйынса берҙәм регламент әҙерләргә ҡушты.