Башҡортостан танкистары һөнәри байрамын яу ҡырында ҡаршыланы

Рәсәй танкистары һөнәри байрамын билдәләне. Армияның көсөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе яҡташтарыбыҙҙы байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны егеттәре был көндө лә эш өҫтөндә хәрби дежурҙа ҡаршы алды. Улар махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә бурысын үтәй. Ҡоростан нығыраҡ егеттәребеҙ менән хәрби БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Ҡыҫҡаса инструктаж һәм яуға. Т-90 м Прорыв танкы экипажына йәшерен позицияларҙан дошман нығытмаларын ҡыйратыу бурысы ҡуйылған. Экипаж командиры-«Калач» ҡушаматлы яугир Өфө егете. Батальонда мәргән танкист тигән даны сыҡҡан. Ҡораллы көстәрҙә хәрби хеҙмәтен десантсы булараҡ үтһә лә, ике йыл эсендә танкист булараҡ та ҙур тәжрибә туплап өлгөргән. Күкрәген «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй. Танкист яуҙа баҙап ҡалмаҫҡа, етеҙ хәрәкәт кәрәк тигән фекерҙә яугир.

«Калач» ҡушматлы яугир идара иткән танк экипажы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә йәнә бер дошман нығытмаһын ҡыйратты. Һауанан объектив күҙәтеү мәғлүмәттәренән күренеүенсә, мәргән танкистар 10 саҡырымдан ашыу алыҫлыҡтағы сәпкә тейҙергән. 125 миллиметрлыҡ фугас снаряд дошмандың шәхси составы һәм техникаһы менән бергә ҡорал комплекттарын да юҡ иткән.

Танк экипажы хәҙер пилотһыҙ осой аппараттары операторҙары менән бергә эшләй. Һауанан улар хәлде даими күҙәтеп тора. Йәшерен позициянан атҡанда улар танкистарҙың үткәр күҙенә әйләнә.

Пилотһыҙ осоу апараттары танкистарҙың күҙе булһа, элемтәселәр нерв системаһы. Улар барлыҡ бойороҡ һәм командаларҙы экипажға теүәл еткерә. Дошман дрондары яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Шайба ҡушаматлы яугир Бөрө егете. «Башҡортостан»31-се мотоуҡсылар полкында, ойошторолғандан алып хеҙмәт итә. Тыныс тормошта ябай эшсе булған егет, фронтта элемтәсе квалификацияһын үҙләштергән.

Хәрби техника даими төҙөк буларға тейеш. Батальонда яуҙан сыҡҡан танктарға техник хеҙмәтләндереү үткәрелә. Ваҡ ремонт эштәрен яугирҙар үҙҙәре башҡара. Ҡариҙел районынан «Скорпион» ҡушаматлы яугир яңыраҡ хәрби заданиенан сыҡҡан.

Хәҙерге яу шарттарында танктар өҫтәмә һаҡланыу саралары менән йыһазландырыла. «Мангал» ды даими камиллаштырып торабыҙ ти Ромыч ҡушаматлы яугир.

Яуҙағы уңыш тылда ҡорола. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары хәрби-ялан шарттарынан сығып көнкүрешен дә ойоштора. Ер аҫтында торлаҡ блиндаждар, ашханалар, мунсалар төҙөлгән. Был эштә беҙгә республика ярҙам итте, итә һәм итәсәк тигән ныҡлы ышаныс белдерә «Дан» ҡушаматлы старшина.

«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны 25-се дөйөм ғәскәр армиһының иң һөҙөмтәле хәрби берәмеге булараҡ танылған.

Әлбитта «Т-90 Прорыв» танктарынын броняһы ныҡ. Әммә ҡоростан даими дошман уты аҫтында үҙенең бурысын үтәгән егеттәрҙең рухы көслө. Улар эҙмә-эҙлекле шарттарҙа нацистарҙың нығытмалары, техника һәм шәхси составын юҡ итә.

Рафиҡ Әхмәтшин