Бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмә тынлыҡ минутынан башланды. Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итте. Илдар Суфияров “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонында хеҙмәт итә. Взвод командиры вазифаһын башҡара. Өлкән лейтенант былтыр апрелдә күҙәтеү пункты өсөн барған алышта һәләк була. Ил Президенты Указы менән Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт