Башҡортостан яугирына дәүләт наградаһы тапшырылды

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән “Пума” ҡушаматлы һалдатҡа Суворов миҙалы тапшырылды. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә ошо турала яҙған. "Яҡташыбыҙ хәрби бурысын  үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. Бөйөк полководец Александр Суворовтың исеме ҙур мәғәнәгә эйә. Яугирыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның һәм бөтә ир-егеттәрҙең имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ”, — тип яҙған Фәнүр Шәйхисламов.