Өфөлә 410 йорт һәм 40 социаль объект эҫе һыуһыҙ ҡалды
Улар араһында балалар баҡсалары һәм
мәктәптәр бар. Калинин районындағы коммуналь авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән
әле “БашРТС” хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Баш ҡаланың граждандар хәүефһеҙлеге
идаралығынан белдереүҙәренсә, хәл контролгә алынған.