Республикала тын юлы сирҙәрен йоҡтороусылар арта

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығынан белдереүҙәренсә, һуңғы аҙнала 20 мең 300-ҙән ашыу кешегә шундай диагноз ҡуйылған. Шуларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Башҡортостанға 500 меңдән ашыу доза вакцина ҡайтарылған. 400 меңдән ашыу кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.