Александр Доставалов батальоны яугирына награда тапшырылған

  Медицина взводы командиры “Айболит” ҡушаматлы яугир “Хәрби медициналағы ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский ошо турала белдергән. “Айболит” алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарҙы ҡотҡарғанда батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән.  Яугир 2022 йылда фронтҡа китә.  Ишле ғаилә башлығы. “Яҡташыбыҙ ялға ҡайтҡанда мәктәптә Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә. Махсус хәрби операцияла медицина хеҙмәткәрҙәре мөһим һәм яуаплы эш башҡара. Һалдаттарҙың ғүмере һәм һаулығы уларҙың оҫталығы һәм етеҙлегенә бәйле. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уға һәм иптәштәренә уңыштар теләйбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Алексей Пальчинский.