Өфө-Ырымбур федераль трассаһының Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участкаһында капиталь ремонт башланды. Күләмле төҙөлөштө бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр көтөп алды. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашҡан.
Әле унда ике һыҙатлы юл. Тығыҙ участкала авариялар йыш теркәлә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында был юлды киңәйтеү талап ителә. Хәҙер подрядсы ерҙе тигеҙләй, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡора. Эште тулыһынса киләһе йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Федераль коллегаларыбыҙ-«Росавтодор» һәм «Урал буйы» юл идаралығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Был ҙур һәм мөһим проект, ул халҡыбыҙҙың именлегенә бәйле, тип яҙған Башҡортостан башлығы.