Парламентарийҙар көн тәртибендә мөһим закон проекттарын ҡабул итеү һорауҙарына туҡталды. Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларын дәүләт органдарында сиратһыҙ хеҙмәтләндереү, мутлашыусыларҙан зыян күргән граждандарға бушлай юридик ярҙам ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.