Өфөлә ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы

Купюралар күргәҙмәһе. Башҡортостандың милли музейында ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы. Оҙаҡ ваҡыт илдә тәңкәләр генә әйләнештә була. Купюралар 1769 йылда барлыҡҡа килә.

Күптәр, аҡсаның төҫө элек уларҙың номиналы менән туранан-тура бәйле булғанын белмәй. Мәҫәлән, биш һумды халыҡ «зәңгәр» аҡса, ә унлыҡты «ҡыҙыл» аҡса тип атай. Был крәҫтиәндәрҙең уҡый һәм яҙа белмәүе менән аңлатыла. Төрлө дәүерҙәрҙәге банкноталар үҙ заманының эстетикаһын сағылдыра. Әйткәндәй, быйыл республиканың милли банкы ла, милли музей ҙа 160 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Купюралар күргәҙмәһе бер ай дауам итә.