Өфөлә беренсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале үтәсәк

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға Рәсәй, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан тиҫтәләп театр килеүе көтөлә. Фестиваль программаһында спектаклдәрҙән тыш актерҙар һәм режиссерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҡаралған.

Сараны Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды менән берлектә ойоштора. Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңеү яулап, улар фестивалде үткәреү өсөн 4 миллион һумдан ашыу грант отҡан. «Ҡурсаҡ-фест» аҙағында Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры үҙенең билдәле «Ленинградка» спектаклен күрһәтәсәк.