Пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында мәғлүмәт таратырға ярамай

Республика  Башлығы  пилотһыҙ  осоу  аппараттары  тураһында  мәғлүмәт таратыусылар яуаплылығы хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында  урынлаштырылған.  Уға  ярашлы,  пилотһыҙ осоу  аппараты төрө, уларҙың күтәрелеү, килеп төшөү урыны, осоу юлын, һөжүм ителгән объекттар, килтерелгән зыян тураһында мәғлүмәтте киң мәғлүмәт сараларында, интернетта, социаль селтәрҙә урынлаштырыу тыйыла. Бынан тыш,  пилотһыҙ  аппараттар  һөжүменә  ҡаршы  күрелгән саралар тураһында  мәғлүмәт таратырға  ярамай.  Ябай  кешеләр өсөн  5000 һумға тиклем штраф  ҡаралған. Юридик ойошмалар өсөн был сумма  500 мең һумға  етә.