Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, төбәктә киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын видеоға һәм фотоға төшөрөп һалыу тыйыла. Пилотһыҙ осоу ҡоролмаларының төрөн, осош урынын, бәрелгән урынды, траекторияһын, аппарат йүнәлтелгән объектты, зыян килгән майҙансыҡ тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплыҡҡа тарттырыла.
Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәргә штраф ҡаралған. Уның күләме граждандарға 3000 һумдан 5000 һумға, етәкселәргә 10 000 һумдан 30 000 һумға, юридик шәхестәргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.
Яңы указ хәүефһеҙлек маҡсатында ҡабул ителде. Пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу дошмандарға хаталар өҫтөндә эш алып барып киләһе тапҡыр һөжүм иткәндә объекттарға зыян килтереүе ихтимал. Пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыуҙы тыйыу законы Рәсәйҙең 33 төбәгендә ғәмәлдә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе «Башнефть» компанияһы объекттарына пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итте. Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында барлыҡ хеҙмәттәр ҙә аныҡ һәм оператив эшләне. Сигнал килеү менән алдан уҡ эвакуация үткәрелә һәм мобиль төркөм пилотһыҙ аппараттарға ҡаршы ут аса. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр теркәлмәй. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, беҙгә предприятиеларҙы бындай һөжүмдәрҙән ышаныслыраҡ яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күреү талап ителә.