Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, өс ир йәшерен эшмәкәрлектә ғәйепләнә. Улар тамғаланмаған тауарҙы һатып алып, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары биләмәләрендә һатҡандар. Енәйәт эше суд ҡарауына тапшырылған.