Быйыл республикала 2 миллион самаһы ағас ултыртылған

Урман хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 150-нән ашыу тематик аллея булдырылған. Республика иҫтәлекле ағастар ултыртылған урындар менән дә айырылып тора. Быйыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһының төп көнө 27 сентябрҙә була.